Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Леонид Егоров
НАРДУҒАН
Тамырҙары алыҫ тарафтарға – Башҡортостан ислам динен ҡабул итмәгән ваҡыттарға барып тоташҡан, башҡорт мәҙәниәтендә ғәҙәти булмаған бер йоланың тарихы
МӘҘӘНИӘТ ЙОЛАЛАРҘАН БАШЛАНА
Һәр бер мәҙәниәттең күп быуатлыҡ тарихы бар, уларҙың нигеҙендә боронғо ышаныуҙар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр ята. Моғайын, үҙҙәренең ырымдары, һынамыштары булмаған халыҡ юҡтыр.

Әлбиттә, башҡорт халҡының үҙенә генә хас юрамыштары, ырымдары бар. Элек-электән Башҡортостанда йолалар традицион рәүештә ике маҡсат менән башҡарылған: кешеләрҙең йәшәп килеү шарттарын аңлатыу һәм улар араһында үҙ-ара сәләмәт мөнәсәбәт булдырыу.

Шуны онотмау зарур, башҡорт халҡы, беҙҙең көндәргә килеп еткәнсе, социум үҫешенең бөтә баҫҡыстарын да үткән. Бөтәһе лә ҡырағай күскенсе тормоштан, синыфтарға тиклемге йәмғиәттән башланған, шунан социалистик этапҡа тиклем үҫешеп, капитализмға килеп еткән. Режимдар алмашыныуына ҡарамаҫтан, башҡорттар үҙ диндәрен һәм сәйәси тәртип нормаларын, йылдар дауамында һаҡлап, әлеге көнгә килтереп еткергәндәр.

Шулай итеп, башҡорт йолалары көндәлек ғөрөф-ғәҙәттәр системаһына әйләнеп – беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Хәҙерге быуын йәштәре уларҙың күбеһен белә әле. Барыһына ла билдәле булғандарҙан: ҡыш көнө ер ҡаҙыу, ололарҙы хөрмәтләү, ризыҡҡа һулаҡай ҡул менән йоғонмау, аҙыҡты өс бармаҡ менән алыу, күп ҡатынлылыҡ, әгәр ҙә өлкән ҡатын ризалыҡ бирһә һ.б., һ.б. Аҙаҡҡыһы, беҙҙең көндәрҙә бөтөнләй осрамай тиерлек, ә бына ата-әсәләрҙең үлеме осрағында, уларҙың мал-мөлкәте, ҡағиҙәгә ярашлы, һаман да иң оло балаларына ҡала.

Шулай итеп, башҡорттарҙың традицион йолаларын бер нисә өлөшкә бүлергә мөмкин: календарь, хужалыҡ эшмәкәрлегенә бәйле тормош тәжрибәһе һәм мифик тәжрибәләр. Ҡышҡы, йәйге, яҙғы һәм көҙгө календарь йолалар була.
НАРДУҒАН: БАЙРАМДЫҢ КИЛЕП СЫҒЫУ ТАРИХЫ
Нардуған – йыл аҙағында, ҡышҡы ҡояш торошо (иң ҡыҫҡа көн) үткәс башҡорттарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың борондан килгән йола байрамы. Ул йылдың ике көнөнөң береһендә – Ҡояш күк экваторынан иң алыҫ арала булған ваҡытта билдәләнә. Икенсе төрлө әйткәндә – иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн. Исеме боронғо төрки «нар» (нур) һәм «дуған» (тыуған) һүҙҙәренән килеп сыҡҡан. Нур тыуған, Ҡояш тыуған тигәнде аңлата.

Милләттәр күп булған кеүек, был ваҡиғаның аңлатмаһы ла күп төрлө. Шулай ҙа оҡшашлыҡтар бар: уларҙың бөтәһе лә ҡышҡы ҡояш торошо – яңырыу алып килә, тип уйлай. Был ваҡытта байрамдар, осрашыуҙар, йолалар һ.б. тантаналар ойошторола.

Тәүтормош йәмғиәте тормошонда, ҡышҡы ҡояш торошо иң мөһим урындарҙың береһен алып торған, сөнки улар ҡышты имен-аман сығыуҙарын ҡайғыртҡан. Уларҙы: «Аҙаҡҡы туғыҙ айҙа ҡышҡылыҡҡа яҡшы әҙерләндекме икән?» – тигән уйҙар борсоған. Ул ваҡытта аслыҡ киң йәйелгән күренештәрҙең береһе булған.

Нардуғанды байрам итеү – боронғо төрки йолаһы. Ул "Ҡояштың тыуған көнө" тигәнде аңлата һәм декабрь айының аҙаҡҡы көндәренә тура килә. Был ваҡытта көндәрҙең иң ҡыҫҡа, ә төндәрҙең иң оҙон булыуы күҙәтелә. Риүәйәттәрҙә әйтелгәнсә, тап ҡышҡы ҡояш торошо көндәрендә, ҡояш өр-яңынан тыуа ла инде.
Рәүилә Лоҡманова,
«Сәйетбаба» Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы
Ҡышҡы ҡояш торошо көндәре илдең бөтә мәҙәниәттәрендә лә тиерлек үткәрелә. Григорян календаренә күскән христиан сиркәүҙәрендә был көндәрҙә Раштыуа байрамы уҙғарыла. Шуны билдәләп үтеү урынлы булыр: православ динен тотоусылар юлиан календарен ҡуллана, уның буйынса 2 мең йыл элек Раштыуаның датаһы ҡышҡы ҡояш торошо менән тап килгән булған, хәҙер инде ул ярты айға күскән. Славяндарҙа ҡышҡы ҡояш торошо Коляда байрамы, герман халыҡтарында – Йоль, римляндарҙа, III быуатҡа тиклем – Sol lnvictus булараҡ үткәрелә.

Нардуған – башҡорттарҙың һәм башҡа төрки халыҡтарының борондан килгән йола байрамы. Улар уны тәңрелек дәүерендә, ислам динен ҡабул итмәҫ борон уҡ үткәргәндәр.

"Нардуған" һүҙе төрөк теленән "ҡояштан тыуған" тип тәржемә ителә. Ҡояштың мәжүсилек культын символлаштыра.


Традицион башҡорт орнаментында был культ свастика тигәнде аңлата. Ул ҡоралдарҙы, көнкүреш кәрәк-яраҡтарын, кейемдәрҙе, өйҙәрҙе биҙәгәндә ҡулланыла.

НАРДУҒАНДЫ ҠАСАН БАЙРАМ ИТӘЛӘР
Символ булараҡ свастиканың мәғәнәләре лә күп төрлө, күпселек халыҡтарҙа улар ыңғай баһалана. Нигеҙҙә, тормош ағышы, Ҡояш, яҡтылыҡ, именлек символы булараҡ ҡабул ителә. Свастика – хәрәкәт әйләнешен, уның дәүмәле аша сағылдырып, фәлсәфәүи категорияларҙы символлаштырырға һәләтле.
Башҡортостанда нардуғанды 25 декабрҙән 7 ғинуарға тиклемге арауыҡта үткәрәләр. Был көндәр, ғәҙәттә, иң һалҡын көндәрҙә була, йәғни ҡышҡы селләлә.

Нардуған көнөндә үткән йылдың иң иҫтәлекле ваҡиғалары иҫкә алына, киләһе йылға теләктәр әйтелә. Байрам көндәрендә йәштәр иркенерәк йортҡа йыйыла. Бала-саға өйҙән-өйгә йөрөп хәбәр тарата. Был байрам уйын-көлкө менән, киң итеп шаулатып үткәрелә.

НАРДУҒАН БАЙРАМЫНЫҢ БИШ ТӨП ЙОЛАҺЫ
Байрам көнөндә үткәрелгән йолаларҙың күбеһе беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған. Әлеге көнгә тиклем үткәрелеп килгән биш төп сценарийҙы билдәләп үтергә кәрәктер. Үҙ тамырҙарын онотмау өсөн уларҙы күберәк мәҙәни үҙәктәрҙә үткәрәләр, ә бына ауыл ерҙәрендә был бик һирәк күренеш.
Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге:
1. Акманов И. Г. Социально-экономическое развитие Башкирии во вт. п. XVIII в.в. Уфа, 1981.
2. Асфандияров А. 3. Хозяйство башкир в первой половине XIX в. //Страницы истории Башкирии. Уфа, 1974.
3. Башкортостан. Краткая энциклопедия. Уфа, 1996.
4. Бикбулатов Н. В., Фатыхова Ф. Ф. Семейный быт башкир XIX в.в. М., 1991.
5. Кузеев Р.Г., Шитова С.Н. Башкиры. Историческо-этнографический очерк. Уфа, 1963.
6. Очерки по культуре народов Башкортостана. Уфа, 1994.
7. Руденко С.И. Башкиры: историко-этнографические очерки. Уфа: Китап, 2006


© Егоров Л.О., автор-төҙөүсе, 2020