Башта туҙ әҙерләнә. Уны урманға барып йәки берәй төҙөлөш барған урында бысылған ҡайын ағасынан йыйып алырға мөмкин. Ҡайын туҙын ҡағыҙҙай йоҡа ғына итеп һыҙырып алырға. Ул нәҙек кенә итеп тетелә. Һәр береһе майлап, йә ҡаймаҡлап, тыңҡыслап суйын сүлмәккә тултырырға. Өҫтөн таба менән ҡаплап, талғын ғына утҡа ҡайнатырға ултыртырға. Мотлаҡ һыу һәм болғап торор өсөн таяҡ әҙерләп ҡуйыр кәрәк. Таяҡ бысранмаһын өсөн һыуға тығырға була. Суйынды ҡарап торорға, әгәр һоро төҫтәге төтөн сыға икән, тимәк, ут ҡабынған, ҡапҡасты ипләп кенә асып, һыулы таяҡ менән болғатырға кәрәк. Һағыҙ ҡайнатыу тилберлекте, иплелекте талап итә. Алабарланып, абайламайыраҡ эшләһәң, ҡайнар массаның һирпелеүе бар. Әҙер һағыҙ ҡатыҡ кеүек була. Суйынға һыуыҡ һыу ҡойоп, һыуытҡас, ҡулды майлап, йыйып алырға. Унан бер сәйнәрлек итеп бүлемдәргә бүлеп,
һалҡын урында йә һыуҙа һаҡлайбыҙ.