Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

Алпамыша

башҡорт халҡының шиғри-сәсмә формала йәшәп килеүсе һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы.
Тарихи белешмә
XIX быуат аҙағында һәм XX быуат башында башҡорт фольклорын йыйыуҙа А. Г. Бессоновтың эшмәкәрлеге мөһим урын алып тора. Башҡорт телен яҡшы белгән А. Г. Бессонов, күп йылдар буйына Өфө, Пермь, Ырымбур губерналарындағы башҡорт ауылдарында булып, ҙур әүәҫлек менән әкиәттәр, легендалар, шулай уҡ «Алпамыша менән Барсынһылыу» тигән эпик әҫәрҙең бер вариантын яҙып ала һәм уларҙы руссаға тәржемә итә. Әммә А. Г. Бессонов йыйған башҡорт әкиәттәре ул үҙе иҫән саҡта донъя күрә алмай, бик күп йылдар үткәс кенә айырым китап булып баҫыла, «Алпамыша менән Барсынһылыу» әҫәре лә шул китапҡа ингән. Тәүге тапҡыр XIX быуат аҙағында –XX быуат башында Ырымбур губернаһында А. Г. Бессонов тарафынан яҙып алына. Эпостың «Алпамыша», «Алтыйәшәр Алпамыша» һәм башҡа исемле варианттарын М. А. Буранғолов, С. Ә. Галин, К. Мәргән, С. Ф. Миржанова, М. М. Сәғитов, С. Ғ. Сафуанов, Н. Д. Шоңҡаров һ.б. яҙып ала. Уларҙы Алпамыша һәм Барсынһылыуҙың батырлығына бәйле дөйөм сюжет берләштерә.
«Алпамыша менән Барсынһылыу»ҙың ғилми ҡиммәткә эйә булған үҙ аллы варианттары күп кенә. Шулар өҫтәүенә ниндәй ҙә булһа яғы менән ошо уҡ сюжетҡа килеп тоташҡан бер нисә легенда барлығы билдәле.
Был варианттарҙың береһе 1923 йылда яҙып алынған. Шул уҡ йылда С. Мирас эшләнешендә ул «Сәсән» журналының 16-сы номеренда баҫылған. А. Исламғужин яҙып алған вариант утыҙынсы йылдар башына тура килә. 1938 йылда Бөрйән районы Монасип ауылындағы Ишмурзиндан яҙып алынған вариант Кирәй Мәргән эшләнешендә 1957 йыл "Әҙәби Башҡортостан» журналының 8-се номеренда баҫылып сыҡҡан.
«Алпамыша» темаһын теге йәки был кимәлдә сағылдырған сюжеттарҙы сағыштырып ҡарау нигеҙендә эпик форманың тыуыу, формалашыу һәм үҫеү процесын да аҙмы-күпме күҙ алдына килтерергә мөмкин. Юғарыла килтерелгән материалдар «Алпамыша» темаһына тотороҡло эпик әҫәр яралыуына ниндәйҙер кимәлдә әҙерлек баҫҡысы булып торғандар тиһәк, дөрөҫ булыр. Фән өсөн был тармаҡтарҙың, йәки варианттарҙың үҙенсә әһәмиәте бар. Сөнки эпик сюжеттың үҫешен айырым бер дәүергә генә һәм бер урынға (теге йәки был ырыу ерлегенә) ғына ҡайтарып ҡалдырып булмай. Эпос – быуаттар, дәүерҙәр һәм быуындар емеше ул. Бер үк сюжет, бер үк материал бер нисә аспектта яңғырарға мөмкин. Хатта теге йәки был сюжеттың айырым варианттары иҫәпләнгән бер үк әҫәрҙә бер нисә дәүер һәм ижтимағи формация өсөн хас булған ваҡиғалар сағылыуы мөмкин. «Алпамыша менән Барсынһылыу»ҙың сюжеты сығанағы менән эпик мираҫтың боронғо дәүеренә барып тоташа.

Эпос нимә хаҡында?
Борон-борон заманда күрше булып Әйләр хан менән Аҡкүбәк хан йәшәгән, ти. Был ике хан, бер-бере менән дуҫ булып, һунарға сығып, бәйгеләр үткәреп, сәсәндәр ярыштырып, батырҙар көрәштереп, күңел асып, кәйеф-сафа ҡороп көн иткән, ти. Тик уларҙың балалары булмауҙан ғына күңелдәре китек булған, ти.
Берҙән-бер көндө туҡһан йәшлек Аҡкүбәк хандың һикһән йәшлек әбейе ул тапты, ти. Унан күп тә үтмәй тағы бер ҡыҙ тапты, ти. Аҡкүбәктең теләге ҡабул булып, күңеле теүәлләнде, ти. Бәхет Әйләр ханды ла урап үтмәне, ти. Уның һикһән йәшлек әбейе бер бите көн, бер бите ай һылыу ҡыҙ тапты, ти. Әйләр хандың да шатлығының сиге булмай. Ул, ат еккән ергә ат саптырып, хат еткән ергә хат ебәреп, ҡунаҡтар саҡырып, ғәйәт ҙур туй яһаны, ти. Әйләр хандың ҡыҙына Барсынһылыу тип исем ҡуштылар, ти.
Аҡкүбәктең улы һәләк теремек булып тыуа. Ул, ай үҫәһен көн үҫеп, йыл үҫәһен ай үҫеп, бер көнлөк сағында аяҡ атлап, икенсе көнөндә урамға сығып, балалар менән йүгерешеп, бура һуғып уйнай башланы, ти. Аҡкүбәк был хәлгә ғәжәп ҡылып, үҙенең атаҡлы һынсыһын саҡырта, һынсы. «Баланың былай үҫеүенә аптырамағыҙ. Ул бик көслө, мөһабәтле алып булыр. Уға исемде Алпамыша тип ҡушайыҡ!» – ти. Алпамышанан һуң тыуған ҡыҙына Аҡкүбәк Ҡарлуғас тип исем атаны, ти. Аҡкүбәк балалар шатлығын оҙаҡ күрә алмай: берҙән-бер көндө ауырып китә лә вафат була.
Йылдар үтә тора, Алпамыша бик ғәйрәтле булып үҫә. Тирә-яҡта үҙенең көслөлөгө менән айырылып торған, ергә баҫһа, һыу сығарыр, ташҡа ултырһа, таш емерер, тауға таянһа, тау емерер данлы батыр булып таныла. Батырлыҡ өҫтөнә уның уңған һунарсы, мәргән уҡсы, оҫта ҡурайсы булыуы Алпамышаның данын арттырҙы ғына, ти.


«Алпамыша» менән бәйле фекерҙәр

Алпамыша ҡәберен изгеләштереү фекере ХХ быуат баштарында уҡ танылған ғалим-этнограф С.И. Руденко беҙҙең яҡтарҙа ялан экспедицияһында йөрөгән ваҡытта яҙып алынған башҡорт риүәйәттәрендә лә сағылыш тапҡан.
...Бер йыл шулай йәйен, Һөләймән ауылы урманында бәшмәк йыйып йөрөгәндә, беҙ Ҡыҙыл Яр тауына ҡаршы күл буйында оҙонлоғо 20 метрҙан ашыу, киңлеге 5 – 6 метр, бейеклеге 1 метр самаһы ҡалҡыулыҡҡа юлыҡтыҡ.
— Был нимә һуң? — тип юлдаштарыма ғәжәпләнеп ҡараным.
Ирле-ҡатынлы Флорида менән Нурғәли Мөхәмәтғәлиндәр көлөп ебәрҙе.
— Үҙең Һөләймәндеке, ә бының ни икәнлеген дә белмәйһең. Был бит Алпамыша ҡәбере, ә артабан, ана, Алмапыша баҫыуы һуҙыла.
— Алпамыша баҫыуын беләм-белеүен, ләкин уны Алпамышаның ҡәберенә бәйле булыуын һис тә ишеткәнем юҡсы.
— Мин ҡалҡыулыҡҡа яҡыныраҡ килеп, бысағым менән уның кәҫ ҡатламын ҡаҙып ҡараным. Бәй, унда ҡара тупраҡ булып сыҡты, ә эргә-тирәһендә – һары тупраҡлы ҡырсынташ. Ни ғәләмәт? Тимәк, ҡара тупраҡты ҡайҙандыр ситтән килтергәндәр.
– Эйе, ситтән килтергәндәр, — тип шикләнеүҙәремде таратты Флорида. — Был турала элегерәк ауыл аҡһаҡалдары һөйләй торғайны. Мин мәктәптә уҡытҡан сағымда уҡыусыларымды ошонда алып килеп алпамыша кешеләре тураһында бәйән иткәнем булды. Ҡайһы бер аҡһаҡалдарҙы ла саҡырғыланым. Хәҙер ул ҡарттар юҡ инде, легенда ла онотолдо...
Ризван ХАЖИЕВ
журналист

«Алпамыша» эпосы легендаларҙа


Легендаларға йыш ҡына героик эпос мотивтары, донъя яралыу хаҡындағы мифтарҙың айырым элементтары килеп инә. Мәҫәлән, ҡайһы бер тауҙарҙың, ғәҙәттәгенән ҙур булған уба-ҡәберлектәрҙең барлыҡҡа килеүен аңлатыу ниәтендә, кешеләр әле боронғо аңда уҡ тыуған алпамышалар (алптар) образына мөрәжәғәт иткәндәр. Алпамышалар – борон-борон заманда йәшәгән бик эре халыҡ, уларға урманды үлән урынына ғына тапап йөрөү ҙә, ағастарҙы тамыры менән ҡуптарып, йолҡоп ташлау ҙа бер ни тормаған. «Мунсиктау», «Алпа ҡомо айырытау» тигән урындар, мәҫәлән, ана шул алпамышаларҙың итек үксәһенән ҡубып ҡалған балсыҡтан, йә ҡынйырағынан ҡойолған ҡомдан барлыҡҡа килгәндәр икән . Ғөмүмән, ғәҙәттә дәү кәүҙәле кешеләр (алптар) хаҡында легендалар башҡорт халыҡ ижадында шаҡтай киң таралған. «Алпамыша зыяраты», «Алпамыша ҡәбере», «Алпамыша ташы» тибындағы топонимик легендаларҙы Башҡортостандың төрлө райондарында, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур яҡтарында осратырға мөмкин. Яҙмаларҙан күренеүенсә, халыҡ алпамышаларға бәйле урындарҙы, ҡағиҙә булараҡ, изгеләштереп ҡараған. Башҡортостандың Архангел районы Ҡыҙылъяр ауылында 78 йәшлек Исмәғил Әлимғужиндан Әхмәт Сөләймәнов яҙып алған «Алпамыша ҡәбере» тигән бер легендала, мәҫәлән, шундай юлдар бар: «Алпамыша изге кеше, әүлиә булған. Ул үлгәс, ат еткән ерҙән тупраҡ ташып күмгәндәр. Шулай яһалған ул тау кеүек ятҡан түң». «Әүлиәлек» һыҙаты боронғо легендаларға, күрәһең, ислам дине йоғонтоһонда килеп ингән һуңғараҡ күренеш. Алпамышалар мотивы топонимик мәғлүмәт биреү ниәтенән төҙөлгән сюжеттар менән генә сикләнмәй. Ундай сюжеттарға үрелеп, икенсе, шулай уҡ бик әһәмиәтле мотивтар ҙа ҡушылып китә. Был йәһәттән Ғ. Б. Хөсәйенов яҙып алған бер легенда айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята: Алпамышаның ете аҙымынан башҡорттарҙың ете ырыуы йәйләр ете йәйләү барлыҡҡа килеү мотивына, халҡыбыҙҙың боронғо ырыу башын Алып батырҙар тоҡомона илтеп ялғау (этногенетик мотив) кеүек күренештәр урын ала. Дөйөм алғанда, башҡорт фольклорындағы алпамышалар образы, легендаларҙағы топонимик мотивтар башҡа бик күп халыҡтарҙың легендаларындағы мотивтарға яҡын, айырым осраҡтарҙа улар хатта бер-береһенә тап килә тиерлек. Әйтәйек, «Великан ҡыҙҙары һәм һабансы» тигән латыш легендаһының сюжеты менән «Мунсиктау» мотивтары араһында әллә ни айырма юҡ тиерлек. Уларға мордва, мари легендалары ла бик яҡын. Дәү баһадирҙарҙың тоҡом, ырыу башлаусы булыу мотивы шулай уҡ мари, удмурт, эстон легендаларында урын ала. Алптарҙың ҡынйырағынан (итегенән) ҡойолған ҡом, ҡупҡан балсыҡтан тауҙар барлыҡҡа килеү мотивының таралыу ареалы айырыуса киң: ул Балтик диңгеҙе буйҙарынан Кавказ тауҙарына тиклем, артабан көнсығышҡаса дауам итә . Был мотив Көнбайыш Европа илдәренең фольклорында ла бар . Урал алды, Волга буйы төркиҙәренең ижадында алпамышалар мотивының булыуы Ибн-Фаҙлан (Хб.) яҙмалары буйынса ла билдәле.


Эпостың халыҡ телендә һаҡланышы
«Алпамыша» эпосының ҡайһы бер өҙөктәре 2010 йылда Хәйбулла районының Вәлит ауылында йәшәүсе Мәхмүтов Зиннәтулла Ғиматулла улы тарафынан бәйән ителә (1929 йылғы).
Элек ҡарт менән әбейҙең бер генә улы, алты йәшәр Алпамыша булған. Шул баяғы алты йәшәр Алпамыша көн дә үҫкән, ҙур үҫкән. Тышҡа сыҡһа, үҙенең йәштәге күрше малайҙарын күтәрә һуғып, көрәшеп йөрөгән. Шуға Алпамыша тип әйткәндәр уға, ҙур кәүҙәле булғанға, һунарсы булғанға. Ҡош-ҡортто, ҡырҙағы хайуандарҙы аулаған. Уны байҙар зинданға төшөрөп һалғандар. Алты ҡолас ала бейәһе булған, шуны менеп йөрөгән, бүтән аттар уны күтәрә алмаған. Алт­мыш аршынлы зинданда ятҡан. Унан сыға алмаған, ҡулын да, аяғын да бығаулағандар. Алпамышаның Алмашәкәр тигән ҡарындашы булған бит әле, Барсынһылыу тигән ҡатыны булған. Шунан баяғы Алпамышаның бейәһен тотоп алып, алтын һарайға байҙар бикләгәндәр. Танауына ла, ҡолағына ла уның ҡурғаш ҡойғандар. Алпамышаның тауышын ишетмәһен, тип. Әгәр ишетһә, был бейә йортто ярып сығып китергә мөмкин. Шул көйө торған булған ул ашап-эсеп.
Алпамыша зинданда: «Мине сығарығыҙ», – тип әйтеп ятҡан. Ул яҙын ҡоштар килгәнен, көҙ ҡоштарҙың ҡаңғылдап осоп киткәндәрен генә белеп ятҡан. Бүтән бер нәмә лә белмәгән. Ҡоштарға: «Мине ҡотҡарығыҙ», – тигән. Ҡоштар уға: «Һин беҙҙе ныҡ йонсоттоң, ята бир әле», – тип осоп китәләр, ти. Уның ауҙа йөрөгәндә балаларын атҡанын яратмағандар.
Зиндандан ҡотолорға уға бер күгәрсен ярҙам иткән. Күгәрсен уның эргәһенә төшкән булған. Был хат яҙған да, күгәрсенгә ҡыҫтырып ебәргән. Барсынһылыу бикәсе менән бейә һауып йөрөгәндә бер күгәрсен килеп төшкән дә, ерҙә осмай тик йөрөй, ти. Барсынһылыу тотайым тиһә, баяғы ҡағыҙы килеп төшкән. Шунда Алпамыша яҙған: «Алты ҡолас ала бейәне тап, ошо мин яҙған ҡағыҙҙы ел үре яғына барып, бисмилла, тип әйтеп, һелкет. Шунда бейәнең ҡолағындағы, танауындағы ҡурғышы иреп сығыр», тип яҙған, ти. Барсынһылыу Алпамыша әйткәнсә эшләгән. Алпамыша бейәнең ҡойроғона йәбешеп сыҡҡан. Шул бейә ҡойроғоноң көсө генә еткән Алпамышаға.
1961 йылда Н.Д.Шоңҡаров Куйбышев өлкәһе (хәҙерге Һамар өлкәһе), Алексеев районы, Ташбулат ауылында йәшәүсе Дәүләтшин Әхәт Сөләймән улынан магнитофонға яҙып алған варианты:
Ҡара ҡаҙым,
ҡара ҡаҙым,
Килсе, ҡаҙым,
килсе, ҡаҙым,
Килсе, ҡаҙым.
Ҡанатыңа хат яҙайым,
килсе, ҡаҙым.
Алпамыша,
Алпамыша,
Һиндермеһең,
һиндермеһең,
Һиндермеһең,
Һин дә былай булһаң,
Ята бир гел,
ята бир гел,
Ята бир гел.
Ҡырҙағыбыҙҙы ҡырып өйҙөң,
Өйҙәгебеҙҙе өйөп өйҙөң,
Өйөп өйҙөң.
2014 йылда был эпостың ҡайһы бер сюжеттары Күгәрсен районы Исем ауылында Ишкилдина Шәмғиә Ғөбәйҙулла ҡыҙынан (1937 йылғы) Гөлнар Юлдыбаева яҙып ала.
«Алпамыша» тигәнде әбейҙәр көйләп һөйләй торғандар ине.
Шул Алпамыша бик һунарсы булған инде, ҡош-ҡорттарҙы атып китә торған буған. Шунан уны байҙар нисектер бикләп, зинданға япҡандар. Алпамыша шул зинданда булһа ла, ҡоштоң ҡауырыйы менән ҡумыҙ тартып ятҡан. Аҡҡоштар үтеп барышлай былап тип йырлаған:
Уйҙа булһа, уйҙа ҡырҙың,
Һыуҙа булһа, һыуҙа ҡырҙың,
Һин дә былай булмам, тинең,
Һин дә былай булдыңмы ней?
Һин дә былай булдыңмы ней?
Әҙерәк кенә ята бир,
Әҙерәк кенә ята бир, —
тип .

«Алпамыша» топонимикала
«Алпамыша» йырҙарҙа
Һуңғы йылдарҙа фольклор экспедициялары тарафынан байтаҡ ҡына эпик әҫәрҙәр үҙҙәренең әйтелеү көйҙәре менән бергә яҙып алынған. Сағыштырып ҡарағанда, эпос әҫәрҙәренең башҡарылыу көйҙәре бер-береһенән һиҙелерлек айырылып торғаны күренә. Бер үк әҫәр көйөнөң дә вариациялары бар. Был йәһәттән «Алпамыша» көйө миҫал була ала. Әҫәрҙе көйләп башҡарыуҙың мөһим бер үҙенсәлеге шунда: башҡарыусы шиғри тексты гел генә бер көй менән көйләмәй, бәлки бер төркөм строфанан икенсеһенә күскән һайын көйҙөң яңынан-яңы вариацияларын бирә, биҙәктәр өҫтәй. Шул сәбәпле аудиторияла башҡарыусыны ялҡмайынса тыңларға мөмкинлек тыуа.
Көй варианттарын Н.Д. Шоңҡаров яҙып ала, К.Й. Рәхимов нотаға һала.
«Алпамыша» йырын күп төркөмдәр, йырсылар башҡарған һәм башҡара. «Арғымаҡ» төркөмө менән Наил Юнысов башҡарыуында был йыр бик зауыҡлы
Республикабыҙҙа данлыҡлы эпос геройы исемен йөрөткән этно төркөм дә бар
«Алпамыша» картиналарҙа
Халыкбердыев Е. А. "Алпамыш. Пир" картинаһы. киндер, майлы буяу. 2006 й.
Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Башҡорт халыҡ ижады. III том. Эпос. Өфө, 1998.
2. Галин С.Ә. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. Өфө, 2004.
3. Кирәев Ә.Н. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. Өфө, 1961.
4. Сәғитов М. Боронғо башҡорт ҡобайырҙары. Өфө, 1987.
5. Өммәти З. Башҡорт, типтәрләрнең жыр, бәетләре. Өфө, 1909. Ғәрәп графикаһында.
6. Башкирское народное творчество. Т. I. Эпос. Уфа, 1987.
7. Галин С.А. Башкирский народный эпос. Уфа, 2004.
8. Киреев А.Н. Башкирский народный героический эпос. Уфа, 1970.
9. Юлдыбаева Г.В. Башҡорт эпостарының халыҡ телендә һаҡланышы // Ватандаш. 2017. № 2. 156–162-се б.
10. Хажиев Р. Мәсетлелә үҙенсәлекле урындар бар // Башҡортостан. 2011. 7 декабрь.
© Әбделмәнова Ә.В., автор-төҙөүсе, 2020